Нуриман районы умартасыларын тап ошо һорау борсой. Баҡтиһәң, йылдар дауамында урмансылар умартасылыҡ урынлашҡан ерҙә йүкә ағасын ҡырҡалар. Ағастар киҫелеү сәбәпле, бал ҡорттары быйыл йүкә балын ике тапҡырға кәмерәк биргән.
Николай Саханьков умартасылыҡ эше менән 25 йыл шөғөлләнә. Йүкә балын күптәр яратып ашай, ул тәмле, хуш еҫле һәм дауалау көсөнә эйә. Әммә алдағы йылдарҙа йүкә балы кәм тигәндә 7-8 тонналап сыҡһа, быйыл ул һиҙелерлек әҙәйҙе, тип зарлана умартасы. Киләсәк быуынға тап йүкә балы эләкмәҫ, тип ҡурҡа Николай Саханьков. Бындай мәсьәлә Нуриман районында йәшәүсе бер нисә умартасыны борсой. Асыҡланыуынса, умартасылыҡ урынлашҡан яҡта урмансылар инде бер-нисә йыл дауамында йүкә ағасын ҡырҡа.
Урманда, ғәҙәттәгесә, техника, ә ерҙә ағас ҡырҡыу ҡорамалдары ята. Умартасылар менән берлектә беҙҙең ижади төркөмдө күргәс тә, эшселәр вагондарға ҡасты. Әлбиттә, улар бер кем менән дә һөйләшергә теләмәне.Бигерәк тә йәш ағастарҙың киҫелеүенә халыҡтың күңеле ҡырыла. Өҫтәүенә, киҫелеп ҡалған ботаҡтарҙы урмансылар ошо уҡ ерҙә ҡалдырып китә, тип зарлана умартсылар.Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, өс аҙна эсендә был урында ун гектар урманды ҡырҡып алғандар.
Күренеүенсә, матур, йәш ағастар әҙер, улар тиҙҙән кәрәкле урындарына оҙатыласаҡтыр, күрәһең.Халыҡ кәрәкле инстанцияларға ла мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә был мәсьәлә һаман хәл ителмәй.Ағас ҡырҡыу биләмәһе умартасылыҡтан өс километр алыҫлыҡта урынлашырға тейеш. Бының өсөн умартасыларҙың ҡулдарында кәрәкле документтары булыуы мөһим. Башҡортостан урман хужалығы министрлығынан урманды законға ярашлы ҡырҡалар, тип белдерҙеләр.
Урман хужалығы министрлығы билдәләүенсә, ағастар федераль ҡануниәт буйынса ҡырҡыла, шуға ла тап йүкәне киҫеүҙе туҡтатып булмай. Тороп ҡалған киҫәктәрҙе лә урмансылар көҙгөһөн яндырасаҡ, тип белдерҙеләр. Киләһе йылдарҙа йүкә балы булырмы, был һорау умартасылар ғына түгел, ә республика халҡы өсөн дә асыҡ ҡала.