2020 йылдың беренсе ғинуарынан Башҡортостанда һалымдың яңы төрө индерелә. Үҙмәшғүлдәр һөнәри һалым түләй башлай. Был хаҡта федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Андрей Солнцев белдерҙе. Күрһәтелгән хеҙмәт төрҙәренең ҡайһыһына һалым һалынғанын һәм иғәнәләрҙе түләү тәртибен асыҡлар өсөн “Минең һалым” ҡушымтаһында теркәлергә кәрәк. Республиканың инвестиция советы ултырышында Башҡортостан башлығының сентябрь Указын бойомға ашырыу саралары билдәләнде. Республиканың 2024 йылға тиклем үҫеш стратегияһына ярашлы, төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион һумға еткереү күҙ уңында тотола. Был һанға өлгәшеү иҡтисадтың 65 процентын тәшкил иткән ғәмәли секторға нигеҙләнә. Әүҙем предприятиелар менән бер рәттән шәхси эшҡыуарлыҡ объекттарына ла имен инвестиция шарттарын булдырыу ҡаралған. Републикала 2020 йылға эшлекле календарь төҙөлә, уға ярашлы төбәк, Рәсәй һәм сит ил эшлекле даирәләрен йәлеп итеп 160 -тан ашыу төрлө сара ойоштороу көтөлә. Республика башлығы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә әҙер дәүләттәр менән әүҙем аралашырға, рәсми осрашыуҙарҙы ваҡиға туризмына түгел, ә ғәмәли килешеү ҡороу сараһына әйләндерергә саҡырҙы.
Чиновниктар туризмын туҡтатырға кәрәк
Тулыраҡ: Чиновниктар туризмын туҡтатырға кәрәк