Республика башлығы Радий Хәбиров төрлө тармаҡ һәм өлкәләрҙә эшләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Хеҙмәт коллективы, хужалыҡ тармағы, республика һәм тотош ил кимәлендә уларҙың мөкиббән эше маҡтауға лайыҡ. Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын был юлы 62 кеше алды. Улар араһында ғалимдар, фән эшмәкәрҙәре, төҙөлөш, сәнәғәт, элемтә өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, табиптар, уҡытыусылар, артистар бар. Барыһы ла ил һәм халыҡ мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Дәүләт өсөн мөһим бурыс – илһөйәр алмаш тәрбиәләү эшенә 40 йылдан ашыу ғүмерен арнаған Гөлсара Килдеғолова Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ. Әлеге көндә ул башҡаланың 166-сы балалар баҡсаһы мөдире.Йыр-моң һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулап халыҡ араһында танылыу алған Наил Шаймәрҙәнов Башҡортостандың халыҡ артисы дәрәжәһен ҡаҙанды. Бөгөн ул Өфө балалар филармонияһында йәш таланттарға сәхнә ҡанаты ҡуя.Филология докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғиниәтулла Ҡунафиндың күкрәгенә Республика башлығы Салауат Юлаев орленын ҡаҙаны. Был награданы аванс итеп түгел, ә хеҙмәтемдең баһаһы тип ҡабул итәм, ти Ғиниәтулла Сәфиулла улы. Бүләкләнеүселәр араһында “Вести-Башҡортостан” программаһын алып барыусы Елена Сергунина ла бар. Хеҙмәттәшебеҙ Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.Тантанала ҡатнашыусылар Республика башлығы менән иҫтәлекле фотоға төштө, бер-береһе менән алсаҡ аралашты, етеп килгән 11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлауҙарын уртаҡлашты. Юғары дәүләт наградаларын төп дәүләт байрамы- Республика көнө алдынан алыу – икеләтә байрам. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән Башҡортостан ғына түгел Рәсәй данын арттырған ватандаштарыбыҙға киләсәктә лә уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Лайыҡлы эшкә лайыҡлы баһа
Тулыраҡ: Лайыҡлы эшкә лайыҡлы баһа