Белгестәр сосискаларҙың сифатын тикшерҙе

Тулыраҡ: Белгестәр сосискаларҙың сифатын тикшерҙе

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары сосискаларҙа антибиотиктар табылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең референт һынау үҙәге белгестәре уларҙың сифатын тикшерҙе. Балалар ҙа, ололар ҙа яратып ашаған сосискаларҙы бөгөн һәр кибеттә осратырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа етештереүселәр үҙҙәренең продукцияһына антибиотик һәм башҡа зарарлы химик матдәләр ҡуша. Белгестәр билдәләүенсә, был иһә кеше һауылығына ҙур зыян килтереүе ихтимал. Шул йәһәттән, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең башҡорт референт үҙәге белгестәре магазин кибеттәренән һатып алынған сосискаларҙы махсус лабораторияла тикшереп ҡарарға булды. Ит ризыҡтарын тикшереү бер-нисә сәғәт ваҡыт талап итә. Тәү сиратта, белгесттәр уның составын һәм унда булған матдәләрҙе тикшерә. Артабан иһә сосискаға антибиотик ҡушылғанмы, юҡмы икәне асыҡлана. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең башҡорт референт үҙәгенең һынау үҙәге етәксеһе Константин Китаев билдереүенсә, һуңғы йылдарҙа республика кибеттәренән алынған сосискаларҙа тыйылған матдәләр һәм антибиоттиктар табылғаны булмаған. Шулай ҙа, аҙыҡты һатып алыр алдынан, уның ҡайҙа һәм ҡасан етештерелеүен ентекләп ҡарар сығырға кәрәк.Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең башҡорт референт үҙәге, иттән етештерелгән аҙыҡтан тыш башҡа төрлө продукцияларҙы ла тикшерә. Белгестәр билдәләүенсә, был кибеттәрҙе зарарлы аҙыҡ менән тәьмин итеүҙе иҫкәртеүҙә иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе.