«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә ямғыр һәм бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмалары сафҡа инде. Комплексты төҙөтөүсе Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы етәкселеге белдереүенсә, был ҡоролма Өфө районы һәм уның халҡының экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Шаҡша микрорайонында яңы төҙөлгән инженер ҡоролмаһы юҡҡа ғына был тигеҙлектә урынлашмаған. Өфө индустриаль паркы биләмәһенән ағып төшкән ямғыр-ҡар һыуы һәм башҡаса йыйылған шыйыҡса тап ошонда эләгә һәм бер нисә кимәлдәге таҙартыу юлы үтә. Иң беренсе һыу эре һәм ҡаты сүп-сарҙан таҙартыла.Ә был йәшел ҡапҡаслы ҡоҙоҡтарҙа һыу махсус һеңдереү фильтрҙары ярҙамында нефть ҡалдыҡтарынан айыртыла. Шунан ғына Өфө һыу каналы юлдарына ебәрелә. 5 га яҡын майҙанды тәшкил иткән Һыу таҙартыу комплексы Өфө индустрия паркында урынлашҡан 12 етештереү ойошмаһы территорияһынан йыйылған һыуҙы эшкәртә. Атап әйткәндә, комплек көнөнә 1600 куб һыу таҙарта.Сәнәғәт етештереү предприятиеларының зарарлы булыуын күҙ уңында тотоп был биләмәләрҙән ағып төшкән һыуҙы таҙартыу иң беренсе Өфө районы һәм уның халҡының экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Республика үҫеш корпорацияһынан белдереүҙәренсә, таҙартыу ҡоролмалары экология өлкәһендәге барлыҡ талаптарға яуап бирә.Әлеге мәлдә төҙөлөп ятҡан яңы предприятиелар сафҡа инеү менән ямғыр һәм бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу комплексының ҡеүәте тағы ла артасаҡ. Ул ваҡытта инде тәүлегенә 3,500 куб һыу таҙартыу күҙаллана. Тимәк, ҡоролма тирә йүнде зарарлы ташландыҡтарҙан һаҡлаусы мөһим обьект.
«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә таҙартыу ҡоролмалары сафҡа инде
Тулыраҡ: «Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә таҙартыу ҡоролмалары сафҡа инде






