Республика етәксеһе “Полиэф” предприятиеһында авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ашығыс саралар күрергә ҡушты. Кисә бында бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу өсөн әҙерләнгән резервуарҙарҙың береһендә диуар емерелгәйне. Һөҙөмтәлә уның бер өлөшө эргә тирәләге биләмәне ағып сыҡты. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Кешеләр һаулығына ҡурҡыныс янамай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ведомство-ара комиссия ғәҙәттән тыш хәл урынында авария сәбәптәрен асыҡлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. “Өфө һыу каналы” эсәр һыуҙың сифатын сәғәт һайын тикшереп тора. Ул нормаға тулыһынса тап килә.
“Порлиэфта” ғәҙәттән тыш хәл
Тулыраҡ: “Порлиэфта” ғәҙәттән тыш хәл