Мәскәүҙә асылған “Алтын көҙ- 2019” аграр күргәҙмәһендә Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевты Башҡортостан ауыл хужалығы тармағының ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Аграр сәнәғәт тауарҙары һәм предприятелары уңыштары күргәҙмәһе ил башҡалаһында быйыл 21-се тапҡыр үтә. Башҡортостан был мәртәбәле форумда республика аграрийҙары ҡулланған алдынғы технологиялар, сифатлы ризыҡ төрҙәре һәм конкуренцияға торорлоҡ тауар күрһәтә. Дмитрий Медведев заманса ауыл хужалығын тап ошо сифаттар тасуирлай тип белдерҙе. Башҡортостан хужалыҡтары төрлө программалар буйынса 40 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамын файҙалана. Радий Хәбиров бөгөнгә республика ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙен тулыһынса тәьмин итә, киләсәктә беҙҙе сеймалды тәрән эшкәртеү мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындыра, тип белдерҙе.
Алтын көҙҙөң алтын мәлдәре
Тулыраҡ: Алтын көҙҙөң алтын мәлдәре