Дәүләтов икмәге

Тулыраҡ: Дәүләтов икмәге

Йыл һайын беҙҙең төбәк исеменән сығыш яһаған ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе ойошма-предприятиелар баш ҡаланан алтын миҙалдар яулап ҡайта. Быйылғы күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында Шаранда урынлашҡан “Дәүләтов икмәге” икмәкханаһы ла бар. Икмәк бешереүҙең онотола барған алымдарын Надежда Дәүләтованың цехы һаҡлай. Шаран районы үҙәгендә урынлашҡан икмәкхана 16 йыл борондан ҡалған рецептты ҡулланып, эргә-тирәләге ауылдарҙы, мәктәптәрҙе, социаль приютты ҡабарып бешкән икмәктәр менән тәъмин итә. Оҙайлы процесс булһа ла ризыҡтың файҙалы булыуына өҫтөнлөк бирә эшҡыуар.Сорғот ҡалаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Юрий һәм Надежда Дәүләтовтар тыуған районына ҡайта. Башта ике мейес, ҡамыр болғатҡыс, он иләгес, икмәк ташыу өсөн ике автомобиль, ҡуртымға бина алына. Икмәкхана асылғандан алып эшҡыуарҙар менән бергә булған хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Икмәк бешереүсе Татьяна Чешуина, мәҫәлән, 16 йыл һөнәренә лә, эш урынына тоғро. Эш күләме йылдам арта. Тәжрибәле һәм егәрле белгестәр янына яйлап йәш көстәр эшкә килә. Бер йылдан кондитер цехын аса хужалар. Был цехҡа килгән ҡыҙҙар ҙа тәүге көндән үк эштәрен яратып башҡара һәм башҡа бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай. Хужа менән уларҙы 14 йыллыҡ хеҙмәттәшлек бәйләй. Аукцион аша бина һатып алғас йүнәлештәр ҙә киңәйә  — ярымфабрикаттар, турамалар әҙерләү цехтары асыла. Ғаилә кәсебен Надежда Мырҙагәрәй ҡыҙы инде биш йыл яңғыҙы дауам итә. Уға улы ярҙамлаша. Тормош иптәше башлаған эште эшҡыуар ханым яратып, ҡәҙерләп дауам итә һәм киңәйтә. Шәхси эшҡыуарҙың ҡулы аҫтында 150-гә яҡын кеше эшләй. Цехтарҙа тәүлек әйләнәһенә эш өҙөлмәй. Икмәк хатта төндә лә бешә. Таң менән машиналар уларҙы эҫе килеш кенә кибеттәргә, мәктәптәргә тарата. Артабанғы партия Надежда Мырҙагәрәй ҡыҙының үҙ кибеттәренә оҙатыла. Шаран, Туймазы һәм башҡа яҡын райондарҙағы һатып алыусылар Дәүләтовтарҙың цехтарында бешкән икмәкте, ҡаластар, бәлештәрҙе яратып көтөп ала.