Республиканың 2024 йылға тиклем үҫеш стратегияһына ярашлы, төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион һумға еткереү күҙ уңында тотола. Быға өлгәшеү иҡтисадтың 65 процентын тәшкил иткән ғәмәли секторға нигеҙләнә. Әүҙем предприятиелар менән бер рәттән шәхси эшҡыуарлыҡ объекттарына ла имен инвестиция шарттарын булдырыу ҡаралған. Републикала 2020 йылға эшлекле календарь төҙөлә, уға ярашлы төбәк, Рәсәй һәм сит ил эшлекле даирәләрен йәлеп итеп 160 -тан ашыу төрлө сара ойоштороу көтөлә. Республиканың инвестиция портфеле быйыл — 31 миллиард һум, ә 2020 йылда 39 миллиард һумға етергә тейеш.
Республиканың инвестиция портфеле 2020 йылда 39 миллиард һумға етергә тейеш
Тулыраҡ: Республиканың инвестиция портфеле 2020 йылда 39 миллиард һумға етергә тейеш