Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид балалы ғаиләләр, шулай уҡ урман тармағының 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр йорт, башҡа ҡаралты төҙөү, уларҙы ремонтлау, йылытыу өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә. Ошо туралағы закон проекты парламент ҡарамағына тапшырылды. Был ҡанун ауыл ерендә йәшәгән һәм шәхси торлаҡ төҙөү, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларына эйә граждандарға ҡағыла. Өй һалыуға — 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем, өйҙө ремонтлауға – 5 йыл дауамында 25 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралты төҙөүгә – 5 йыл дауамында 50 кубометрға тиклем, ошондай ҡаралтыларҙы ремонтлауға – 3 йыл дауамында 15 кубометрға тиклем, йылытыуға йылына 20 кубометрға тиклем ағас бүлеү ҡаралған. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев киләһе пленар ултырышта закон проекты депутаттар ҡарамағына сығарыласаҡ тине. Уның һүҙҙәренсә, ҡанун халыҡтың мохтаж ҡатламдарына һиҙелерлек ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Йәш белгестәр ағас алыу хоҡуғына эйә
Тулыраҡ: Йәш белгестәр ағас алыу хоҡуғына эйә