Республика етәксеһенең алданған өлөшсөләрҙең инициатив төркөмө менән осрашыуында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Кәңәшмә һорау-яуап режимында үтте. Өлөшсөләр республика һәм ҡала етәкселәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Радий Хәбиров тағы ла бер тапҡыр һәр йорт мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк, тине. Осрашыуҙа проблемалы 10 объект тикшерелде. Уларҙың һәр береһе буйынса эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны. Тиҙҙән “Миловка паркы” торлаҡ комплексынан 391 өлөшсө “Йәштәр” биҫтәһендә яңы фатирҙарҙа өй туйлаясаҡ. Айырым осраҡтарҙа оҙаҡ йылдар төҙөлгән объекттарҙа эштәрҙе урындағы төҙөүселәр тамамлаясаҡ. Объекттарҙың бер өлөшө федераль ҡаҙна иҫәбенә төҙөлөп бөтәсәк.
“Миловка паркы” торлаҡ комплексының 400-гә яҡын өлөшсөһө тиҙҙән яңы фатирҙарҙа өй туйлаясаҡ
Тулыраҡ: “Миловка паркы” торлаҡ комплексының 400-гә яҡын өлөшсөһө тиҙҙән яңы фатирҙарҙа өй туйлаясаҡ