Нуриман районында йәшәүсе ут күршеләр шешә һәм уның ҡапҡастарынан балаҫ, йәнлек һындары һәм ағастар эшләү менән мауыға. Матур балаҫ йәки хайуан һәм ҡош-ҡорт һыны килеп сыҡһын өсөн тәүҙә шешә ҡапҡастарына Галя Мусина тишектәр яһап сыға. Уларҙы бер-береһенә йәбештереү өсөн ныҡлы һәм сифатлы энә менән еп кәрәк. Төрлө төҫтәге ҡапҡастарҙы тегеп сыҡҡас, сираттағы йәйғор төҫөндә балаҫ хасил була. Тәүге фигураны үҙем уйлап эшләһәм, башҡаларын хәҙер интернет селтәренән табам, тип оҫталығы менән бүлешә ханым. Бының өсөн ул кәрәкле эскиздарҙы ҡағыҙға баҫтырып сығара. Һирәк осраған ижади эш иң мөһиме түҙемлелек һәм иғтибарлылыҡ талап итә.Күрше-тирәләре хәҙер шешә ҡапҡастарын сүп-сарға ырғытырға ашыҡмай. Аҡ, ҡара, йәшел, зәңгәр төҫтәгеләрен һәм төрлө күләмдәге ҡапҡастарҙы оҫта һатып та ала. Кәм тигәндә бер ай эсендә эшләнелгән балаҫтар матурлыҡ өсөн генә түгел, ти ул.Берәүҙәрҙең йорт ихатаһы сәскәләргә күмелеп ултырһа, ә Галя Мусинаның өй тышын шешә ҡапҡастарынан эшләнгән йәнлек һындары биҙәй. Бесәй, эт, болан балаһы фигуралары эргәһендә быйыл сусҡа һыны ла үҙ урынын алған. Ауылдың Урман урамын танырлыҡ та түгел. Яҡшы эш үҙ-үҙен маҡтай тигәндәй, Галя Мусинаның күршеләре лә йорт тышын ҡул эштәре менән биҙәй. 32 йыл колхозда һауынсы, бригадир булып тир түккән Алексей Бикмырҙин шешәләрҙән пальма ағастарын да тыуҙыра.Кәрәкле материалдар әҙер булһа, ағасты эшләү өсөн ни бары ике-өс сәғәт ваҡыт талап ителә. Бер ағас өсөн кәмендә 150-200 шешә кәрәк буласаҡ. Йорт ихатаһын хәҙер бер генә түгел,ә ә бөтәһе өс пальма ағасы биҙәй. Көслө ел иҫкәндә лә, улар ныҡлы тора, ти оҫта. Бигерәк тә ҡышҡы көндәрҙә өй алды йәшеллеккә сумып, балҡып ултыра.Йорт алды-хужаларҙың йөҙө. Кәрәкмәгән шешә һәм уның ҡапҡастарынан да матур һындар эшләп була, ти улар. Киләсәктә лә яңы ижади эштәр менән янып йәшәй ут күршеләр.