Республикала йылылыҡ өсөн түләү үҙгәрҙе

Тулыраҡ: Республикала йылылыҡ өсөн түләү үҙгәрҙе

Быға тиклем аҡса 12 айға бер тигеҙ бүленә ине. Хәҙер иһә 8 ай түләгәндән һуң ҡалған 4 ай өсөн иҫәпләшмәҫкә лә мөмкин.Хәҙер, йылытыу осоронда түләүгә күсеү дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары күрһәтмәһенән сығып, ҡулланылған йылы өсөн түләргә мөмкинлек бирә. Белгестәр билдәләүенсә, күп фатирлы йорттарҙа приборҙар ҡуйылған осраҡта, түләүҙәр, бүленгән йылылыҡ энергияһы күләменән сығып ҡараласаҡ. Мәҫәлән, яҙлы-көҙлө квинтанцияларҙа йылылыҡ өсөн минималь хаҡтар килһә, ҡышын иһә был сумма бер-аҙ артасаҡ. Ә приборҙар ҡуйылмаған йорттарҙа иһә нормативтар буйынса иҫәпләнә.