Иң-иңдәр генә тупланған был ғәскәрҙәр Башҡортостанда ла уңышлы эшләй һәм төбәктәге генә түгел, илдәге, донъялағы махсус операцияларҙа ҡатнаша.
Һөнәри байрамын билдәләп, әлеге ваҡытта сафта булған СОБР хеҙмәткәрҙәре отставкалағы хеҙмәттәштәрен тәбрикләне. Улар алдында Рәсәй гвардияһы кластарында белем алған 25 кадет тыуған илгә тоғролоҡ антын бирҙе. Байрам тантанаһында хәрби бурысын үтәгән ваҡытта Чечняла һәләк булған алты егеттең яҡындары ла ҡатнашты.