Ошо уңайҙан күп халыҡ ҡатнашлығында байрам ойошторола. 11-се октябрҙә һәр ҡала һәм районда күңел асыу саралары үтәсәк-мәҙәни һәм спорт саралары, экологик акциялар, ауыл хужалығы йәрминкәләре, сувенир продукцияһы, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, халыҡ ҡулланылышындағы тауарҙар һатыу, социаль әһәмиәтле объекттар һәм учреждениелар асыу, етем балаларға фатир асҡыстары тапшырыу ойошторола. Өфө урамдары һәм майҙандары тантаналы биҙәлеш аласаҡ. Байрам уңайынан башҡалала юлдар ябылыуы ихтимал. Шуға ла юл хәрәкәте дәүләт инспекцияһы маршрутты алдан билдәләргә саҡыра.
Быйыл Республика 29-сы тапҡыр төп тантанаһын билдәләргә әҙерләнә
Тулыраҡ: Быйыл Республика 29-сы тапҡыр төп тантанаһын билдәләргә әҙерләнә