Башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙем янам

Тулыраҡ: Башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙем янам

Башҡорт дәүләт университетында республиканың 100 һәм юғары уҡыу йортоның 110 йыллығы сиктәрендә философия фәндәре докторы, Дамир Жәүәт улы Вәлиев иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Тантаналы сарала профессорҙың туғандары, һабаҡташтары һәм студенттар ҡатнашты. Күргәҙмәлә Дамир Жәүәт улының шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, фотоһүрәттәре тәҡдим ителгән. Ғалим-философтың фәнни тикшеренеүҙәре этикаға, Башҡортостаның йәмәғәтселек фекере тарихына, суверенитет һәм федерализм проблемаларына арналған. Ул 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.