Республика көнө уңайынан бөгөн Башҡортостандың район-ҡалаларында ауыл-хужалығы йәрминкәләре үтә. Ойошторусылар төрлө күңел саралары һәм бүләктәр ҙә әҙерләй. Сифатлы продукция, ауыл хужалығы тауарҙарын фермер, шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар тәҡдим итәсәк. Байрам йәрминкәһе өсөн Өфөгә райондарҙан айырым ылауҙар оҙатылған. Ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ ғәҙәттәгенән түбәнерәк буласаҡ ти ойошторусылар. Йәрминкәлә иген культуралары, умартасылыҡ продукцияһы, ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә, башҡа аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.
Ауыл-хужалығы йәрминкәләре
Тулыраҡ: Ауыл-хужалығы йәрминкәләре