Республика көнө

Тулыраҡ: Республика көнө

Бөгөн Башҡортостан халҡы 29-сы тапҡыр Республика көнөн билдәләй. 1990 йылдың 11 октябрендә дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйыла. Байрам уңайынан ҡала-райондарҙа байрам саралары уҙа. Тантаналарҙың төп урыны итеп Өфө һайлаған. Баш ҡалала йәрминкәләр, сауҙа рәттәре, концерт майҙансыҡтары эшләй. Асыҡ һауала “Алға, Башҡортостан!” тип аталған байрам концерты уҙа. Ул “Торатау” конгресс-холының Өфө амфитеатрында үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәғәт 4-тән асыҡ һауалағы майҙансыҡта Үҙәк хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай. Ә киске 6-сы яртыла Башҡортостан Республикаһы гимнын башҡарыу буйынса флешмоб башлана. 6 тула 20 минутта йондоҙҙар концерты старт ала. Кисәлә Элвин Грей, Дәрүишхан, Карауанһарай һәм Премьер төркөмдәре ҡатнаша. Концерт лазер шоу һәм фейерверк менән тамамлана.