Өфө ғалимдары асышы

Тулыраҡ: Өфө ғалимдары асышы

30 йыл элек Өфө ғалимдары донъя асышын яһай. Өфө авиация -техник университетының фәнни хеҙмәтәкрҙәре Кайбышев һәм Вәлиевтың үтә һығылмалы күренеше төрлө фәнни йүнәлештәргә нигеҙен һалған. Наноматериалдар һәм металдар өйрәнеүсе белгестәр тап ошо университетта йыйылды. Ҡытай студенттарының да Авиация университетында белемдәрен камиллаштырыуы осраҡлы түгел. Лабораторияла тикшереү алып барыу Илгизә Дәүләтова өсөн көндәлек эш. Нанотехнология, наноматериалдар – ошо өлкәләге ғилми эштәрҙә ҡатнашыу студент өсөн оло мәртәбә. Нанотехнологиялар бөгөн күп өлкәләрҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, стоматологияла. Университет ғилми хеҙмәткәрҙәре Һинд ғалимдары менән берлектә теш импланттары өсөн яңы материал өҫтөндә фәнни эш алып бара. Өфө авиация техник университеты билдәле сит ил ғалимдар менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Ошо көндәрҙә баш ҡалала наноматериалдар буйынса 6-сы халыҡ-ара симпозиум да үтте. Унда 13 илдән 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәткәр, билдәле металл өйрәнеүселәр ҡатнашты. Университет етәкселеге билдәләүенсә, уҡыу йортоноң киләсәге тап фәнни хеҙмәттәшлектә. Сит илдәрҙә Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының белем биреүе сифаты хаҡында ла яҡшы беләләр. Өфө авиация техник университетында быйыл беренсе тапҡыр Ҡытай студенттары белемдәрен камиллаштыра. Делегацияны 6 йыл элек үҙе лә юғары уҡыу йортон беҙҙә тамамлаған Юэчэн Дун етәкләй. Ҡытай студенттары 3 ай дауамында Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы менән дә таныша. Театр, музей һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы ҡарай, рус телен өйрәнәләр, хатта русса йырларға өйрәнәләр. Ҡытай университеты менән Рәсәй юғары уҡыу йорто араһында был беренсе хеҙмәттәшлек өлгөһө. Студенттарҙың 3 айлыҡ курсы октябрь айында тамамлана, әммә ике яҡлы хеҙмәттәшлек дауам итәсәк.