Һыу сифаты тикшерелә

Тулыраҡ: Һыу сифаты тикшерелә

Благовещенда “Полиэф” асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиеһында булған авария эҙемтәләре тикшерелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, таҙартыу өсөн әҙерләнгән сәнәғәт ҡалдыҡтары һаҡланған резервуарҙарының береһендә стена емерелгәйне. Бәхеткә күрә, ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Был ваҡиғанан һуң әле “Өфө һыу каналы” предприятиеһы лабораторияһында һыу сифаты сәғәт һайын тикшерелә. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә 140 берәмек техника һәм 261 кеше йәлеп ителгән. 12 мең кубометр ҡалдыҡты һурҙырғандар. Эргә-тирәгеләргә һәм эсәр һыуға зыян юҡ, тип белгерттеләр.