Дүшәмбе, 14 октябрҙә Башҡортостандағы барлыҡ телевизорҙарҙа аналог сигнал һүндерелә. Был көн цифралы телевидениеға күсеүҙең һуңғы этабы булараҡ ил тарихында ҡала. Республикала 23 сентябрҙән шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге эшләй. Цифралы телевидениеға күсеүҙә ирекмәндәр ҙә ярҙамға килә. 23 сентябрҙә үҙ эшен башлаған шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенә көн һайын 300-гә яҡын мөрәжәғәт килә. Төп һорауҙарҙың береһе – нисек итеп телевизорҙарҙы цифралы сигналға көйләргә. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге етәксеһе Денис Аллағолов билдәләүенсә, киләһе аҙнала ҡыҙыу линия үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Тап 14 октябрҙән белгестәр мөрәжәғәттәр һаны бермә аратсағын фаразлай. Цифралы телевиденияға һәр теләүсе күсә ала. Быны бер-нисә ысул менән эшләргә мөмкин. Әгәр ҙә телевизорығыҙ 2012 йылдан һуң етештерелгән икән, тик ябай антеннаға тоташтырырға кәрәк. Әгәр ҙә иҫкерәк икән, тимәк махсус приставка талап ителә. Уны көнкүреш техникалары магазинында йәки почта кибеттәрендә алырға була. Республикала цифралы сигнал барып етмәгән урындар ҙа бар, улар күп түгел, башлыса таулы райондар, унда йәшәүселәргә спутник ҡоролмалары һатып алырға тура килә. Приставкаларҙы көйләүҙә ярҙам һорап ирекмәндәргә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әле республикала барлығы 3 меңдән ашыу волонтер эшләй. Ҡыҙыу линия аша ғариза ҡалдырғандан һуң, улар бер тәүлек эсендә килеп техниканы көйләп, бар нескәлектәре менән таныштырасаҡ. Цифралы телевидение – тәү сиратта сифатлы һүрәт һәм яҡшы тауыш. Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы хәҙер 20 каналды бушлай ҡарай ала. Исемлектә беҙҙең телерадиокомпания холдингына ингән Рәсәй-1, Рәсәй-24 телеканалдары һәм 3 радио урын алған. Тимәк башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы артабан да ҡарау һәм тыңлау мөмкинлеге бар.
14 октябрҙә Башҡортостанда аналог сигнал һүндерелә
Тулыраҡ: 14 октябрҙә Башҡортостанда аналог сигнал һүндерелә