Хәҙер электричкала ҡаланың бер осонан икенсе яғына тиклем 40 минут эсендә барып етергә мөмкин. Ә юл хаҡы ни бары 18 һум. Бөгөндән Башҡортостан ҡала-яны пассажирҙар компанияһы Толпар проектын тормошҡа ашыра башланы. Уға ярашлы, Дим-Шаҡша биҫтәләре араһында ҡала поездары йөрөй. Яңы маршрут буйынса яңы состав йөрөй. Ул тәү сиратта баҡсасылар, студенттар һәм ҡаланың төрлө өлөштәрендә йәшәүселәр һәм эшләүселәр өсөн тәғәйенләнгән.Федераль кимәлдә льготалары булған пассажирҙар ҡала поезында бушлай йөрөй ала. Ә уҡыусыларға һәм башҡа төр хоҡуҡтары булған кешеләргә ташламалар ҡаралған. Ҡала поезы Толпар исеме менән атала. Башҡортостан ҡала-яны пассажирҙар компанияһынан белдереүҙәренсә, башҡорт мифологияһындағы ҡанатлы ат кеүек, поезд да ҡаланың бер осонан икенсе яғына елдереп барып етә.Дим-Шаҡша араһы 30 саҡрымдан ашыу. Ошо юлды ҡала поезы 45 минут эсендә үтә. Туҡталыштарҙа ул бер минут самаһы туҡтай. Күреүегеҙсә, пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн махсус ултырғыстар ҙа ҡуйылған. Яңы йылға тиклем ҡала поезы һынау үтә. Әгәр, пассажирҙар һаны күбәйһә, маршрутты даими эшләп, вагондар һанын арттырыу ҡарала. Әлегә иртән һәм кисен ике состав йөрөй.
Дим-Шаҡша араһы яҡыная
Тулыраҡ: Дим-Шаҡша араһы яҡыная