Ғафури районы Родина агрофирмаһы етештергән тауар төрҙәрен күптәр әле лә хәтерләй. Һатыуҙа һирәк осраған За Родину билдәһен танып, данлыҡлы хужалыҡтың уңыштарына һөйөнөүселәр ҙә юҡ түгел. Тик биш йыл инде Родина өсөн талаш барыуы бары ошо ауылда йәшәүсе кешеләргә билдәле. Бөгөн улар үҙ зарына йәмәғәт иғтибарын талап итә. Әлфиә Ғәбиҙуллина ошо майҙандың ҡош-ҡорт тауышына гөрләп торған сағын тәрән һағыш менән иҫкә ала. Йөҙләгән баш тауыҡ, ҡаҙ, бройлер себештәр, уларҙы хәстәрләп ҡараған ҡошсолар, саф иттән әҙерләнгән ризыҡ төрҙәре, сифатлы ла, мул да аҙыҡ етештереүсе хужалыҡтың данлы көндәре лә тик хәтирәләрҙә ҡалған. Ғафури районы ауыл хужалығы тармағының таянысы, тип танылған Родина агрофирмаһының транспорт үҙәге лә бөгөн ташландыҡ хәлдә. Бында 40 йылға яҡын диспетчер эшен үтәгән Фәүзиә Ҡотлогилдина гараждың йылытыу торбаларына тиклем киҫелеп металл ҡалдыҡтары урынына һатылып бөттө, тип әсенә. Родина ауылы халҡы ҡорамалдарҙы һүтеп һатыуҙы биналарҙы ҡуртымға алған эшҡыуарҙан күрә. Эшҡыуар үҙ сиратында бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡтан тороп ҡалған сүп-сарҙы ғына тейәп сығарыуын таный. Тиҫтә йылдар дауамында төҙөлгән мөлкәттең юҡҡа сыға барыуы менән халыҡ килешергә теләмәй. Бындағы кешеләр Родина хужалығының элекке данын ҡайтарыу мөмкинлеген эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2010-сы йылда банкрот тип танылған хужалыҡ биләмәһендә бөгөн бер генә ҡошсолок фермаһы эшләй. Әле эш башланып ҡына тора, уңышлы килеп сыҡһа, ауыл халҡына эш урындары ла буласаҡ, ти Альберт Сәғиҙуллин. Ҡуртымға алған 20-гә яҡын бинаның күбеһен ул элекке хәлендә һаҡлауҙы ғына йөкләмә итеп күрә. Бөлгөнлөккә тарыған хужалыҡ ҡиммәттәре күптәр өсөн һаман бәхәс сығанағы. Йүнселдәрҙең бер өлөшө үҙ мәнфәғәттәрен хәстәрләһә, икенселәре ҡалған милекте һатып файҙа сығарып ҡалырға ашыға. Родина ауылында әлегәсә халыҡ йыйындары ҡабатланып тора, бәхәстәр ҡыҙа бара. Төрлө яҡлы дөрөҫлөктө бер ҡарарға килтерер көс табыу маҡсатында халыҡ республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр.
Ғафури районы Родина ауылында йәшәүселәр йәмәғәт иғтибарын талап итә
Тулыраҡ: Ғафури районы Родина ауылында йәшәүселәр йәмәғәт иғтибарын талап итә