2018 йылдың ошо осоро менән сғыштырғанда йәрәхәтләнгәндәр һәм һәләк булғандар һаны ла күберәк. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров юлдарҙағы соҡорҙарҙы юҡ итеү мобиль программаһының эшен тәнҡиткә тотто. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, ведомство-ара комиссия фажиғәғә килтергән сәбәптәрҙе юлдарҙың яҡтыртылмауы, йәйәүлеләр кейемендә махсус сағылдырғыстар булмауы һәм иҫерткес эсемлектәргә бәйләй. Юлдарҙы төҙөкләндереү төбәктә тәү мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Республика башлығы чиновниктарҙың соҡорҙарҙы бөтөрөүгә ҡағылышлы отчетын мобиль ҡушымтаға тап килмәй, тип шик белдерҙе. Радий Хәбиров 2020 йылды республикала эстетика йылы иғлан итергә тәҡдим итте. Республика башлығы Хөкүмәткә ошо туралағы Указға бар тейешле күрһәткестәрҙе аныҡ билдәләргә ҡушты. Һандар муниципалитеттарға бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлер өсөн кәрәк. Башҡортостан ихаталары программаһы сиктәрендә балалар майҙансыҡтарында бәүелсәктәрҙе хәүефһеҙҙәренә алмаштырыу эше тамамланыу алдында. Радий Хәбиров балалар именлеге хаҡына бәүелсәктәр ҙә, уйын майҙансыҡтарының йомшаҡ ҡаплауы ла мөһим, тип белдерҙе. Киләһе йылда торлаҡ төҙөлөшөн дә арттырыу көтөлә. Был күрһәткес буйынса әле Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин быйыл төҙөлөргә тейеш 69 социаль объекттың бөгөнгә етеһе файҙаланыуға тапшырылған, туғыҙы октябрҙә, ҡалғандары йыл аҙағына сафҡа индереләсәк, тине. Радий Хәбиров күләмле төҙөлөш майҙандары тураһында хәтергә төшөрҙө – Өфөләге Затон биҫтәһендә дауахана комплексы, башҡалала волейбол һәм гимнастика үҙәктәре, райондарҙа бассейндар төҙөлөшө көтөлә. Республика ҡалаларында балалар өсөн һөт кухнялары селтәре киңәйәск. Өфө менән Стәрлетамаҡтан башҡа улар Белоретта, Нефтекама, Октябрьский һәм Сибайҙа асыласаҡ. Саф һәм туҡлыҡлы һөт ризыҡтары 7 етештереү пунктында әҙерләнә һәм 67 үҙәк аша таратыласаҡ. Үҙебеҙҙә етештерелгән һөт ризыҡтары менән 26 мең баланы тәьмин итеү ҡаралған. Оҙаҡламай республика кәштәләрендә үҙебеҙҙә үҫтерелгән ашлыҡтан яһалған аҙыҡ-түлек һатыла башлауы ла ихтимал. Башҡортостан “Алтын көҙ” аграр күргәҙмәһендә уңышлы ҡатнашты. Ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевты Радий Хәбировтың игенде тәрән эшкәртеү производствоһы асыу тәҡдиме ҡыҙыҡһындырҙы. Республика игенселәре быйыл ҡатмарлы һауа шарттарында 3 миллион 300 тонна ашлыҡ йыйып алды. Былтырғы күрһәткестәрҙән был 4 процентҡа күберәк. Илшат Фазрахманов гектар ҡеүәте иң юғары төбәктәрҙе билдәләне. Саҡмағош районы Баҙы хужалығы гектарынан 41 центнер уңыш йыйған. Киләһе йылға аграрийҙар 4 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйыу йөкләмәһен алды. Республикала төбәк байлыҡтарының йәнә береһе – урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы тыйыуға йүнәлтелгән маҡсат та бойомға ашырыла. “Урман картаһы” ҡушымтаһы намыҫһыҙ урман ҡырҡыусыларҙы асыҡлап хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мөмкинлеге бирәсәк. Үткән аҙнала ПОЛИЭФ предприятиеһында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән һөнәри оҫталыҡтары өсөн Радий Хәбиров махсус хеҙмәттәргә рәхмәт белдерҙе. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров көтөлмәгән хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында башҡа предприятиеларҙа хәүефле производстволар контролгә алынды, тип белдерҙе. Республика башлығы Башҡортостанда телевидениены цифра тәртибенә күсеү барышын да даими контролгә алды.
Үткән аҙнала юл-транспорт ваҡиғалары һаны йөҙҙән ашҡан
Тулыраҡ: Үткән аҙнала юл-транспорт ваҡиғалары һаны йөҙҙән ашҡан