Йәрминкәләр дауам итә

Тулыраҡ: Йәрминкәләр дауам итә

Республиканың район-ҡалаларында ауыл-хужалығы йәрминкәләре үтте. Сифатлы продукция, ауыл хужалығы тауарҙарын фермер, шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар тәҡдим итте. Байрам йәрминкәһе өсөн Өфөгә райондарҙан айырым ылауҙар килде. Өфөнөң йәштәр һарайы алдында Башҡортостан умартасылары быйылғы уңыштарын тәҡдим итте. Архангель районының Муллаҡай ауылынан килгән Флүр ... йәрминкәгә һәр шәмбе йөрөй. Ҡала халҡы ул тәҡдим иткән балды яратып ала. Ойошторусылар ҡала халҡы өсөн төрлө күңел асыу саралары һәм бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне. Сифатлы продукция, ауыл хужалығы тауарҙарын фермер, шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар тәҡдим итте. Байрам йәрминкәһе өсөн Өфөгә райондарҙан айырым ылауҙар килгән.Ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ ғәҙәттәгенән түбәнерәк ине. Һатып алыусыларға йәрминкәлә иген культуралары, умартасылыҡ продукцияһы, ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә һәм башҡа аҙыҡ-түлек тәҡдим ителде. Ҡала халҡы әйтеүенсә, иң мөһиме, бөтә тәҡдим ителгән продукция тәбиғи. Бындай йәрминкәләр уҙғарыу ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн дә, ҡала халҡы өсөн дә берҙәй файҙалы. Иң мөһиме, арзан һәм сифатлы, ти һатып алыусылар.