Өфөлә “Әҙәби трамвай” социаль акцияһы үтә

Тулыраҡ: Өфөлә “Әҙәби трамвай” социаль акцияһы үтә

Проект халыҡты шиғриәткә ылыҡтырыу өсөн ойошторола.Өфөнәң 11-се музыка мәктәбе уҡыусыһы Әлиә Кәлимуллина бындай ерҙә беренсе тапҡыр уйнай. Урын тар булыуы бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, ихлас тамашасыларҙың дәррәү алҡышлауы күңелде күтәрә, ти ҡыҙ.Музыка ҡоралдарының тауышынан таш, әҙәби трамвай пассажирҙарын республиканың билдәле йырсылары башҡарыуындағы йырҙар ҙа таң ҡалдырҙы.Өфөнөң Пушкин ҡуласаһынан алып Дәүләт циркына тиклем барған трамвай 45 минут буйына пассажирҙарға яҡшы кәйеф бүләк итте. Бәғзе берәүҙәрҙе был ваҡиға хатта шаҡ ҡатырҙы. Сараны ойоштороусы Илья Боровской әйтеүенсә, бындай идея унда Николай Гумилевтың „Аҙашҡан трамвай„ шиғырын уҡығандан һуң барлыҡҡа килә. Күсмә сәхнәлә Өфө шағирҙары һәм музыканттары сығыш яһаны. Улар араһында – Виа Чаппа солисы Илья Тавлияров, Вероника Мортазина, Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре һәм циган ансамбле ҡатнашты.Бер көнгә трамвай пассажирҙар транспортын түгел, ә тамаша залын хәтерләтте.....