Республикала көндәр һалҡынға тартасаҡ

Тулыраҡ: Республикала көндәр һалҡынға тартасаҡ

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн, иртәгә һыуытып, шәмбе, йәкшәмбе ҡырау төшөүе ихтимал. Башинформ агентығы хәбәр итеүенсә, Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе ҡыш алдынан була торған һауа торошо көтә. Һауа температураһы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 2-3 градусҡа түбән төшәсәк. Епшек ҡар яуыуы ла ихтимал. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға тәҡдим итә.