Парламент президиумы ултырышы үтте

Тулыраҡ: Парламент президиумы ултырышы үтте

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай президиумы ултырышында депутаттар парламенттың киләһе ултырышына сығарыласаҡ закон проекттарын ҡараны. Ағас бүлеүҙе көйләгән законға үҙгәрештәр индерелеүе көтөлә. Нормативтар буйынса йорт төҙөү өсөн 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр, төҙөкләндереү өсөн биш йыл эсендә 25 кубометр, ихата ҡаралтыларын төҙөүгә биш йыл эсендә 50 кубометр, йылытыу өсөн йыл һайын 20 кубометрға тиклем ағас бүленә. Закон проектына ярашлы, айырым ҡатлам граждандарға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ беренсе уҡыуҙа тағы ла бер закон проекты ҡаралды. Ул һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған пособиеға ҡағыла.