Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды

Тулыраҡ: Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды

Республканың 20 төбәгендә йәшәгән һәм биш йә унан да күберәк бала тәрбиәләгән ханымдар “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡтар исемлеген киңәйтте. Күп балалыҡтың ыңғай яҡтарын тик улар ғына белә. Улар гел йәш, күптәре ғаилә менән хеҙмәтте аралаштыра, эш менән уҡыуҙы берләштерә. Тап улар ғаиләлә туған-берҙәмлек нигеҙҙәрен һала, илдәге демографик мәсьәләне хәл итә һәм, әлбиттә, социаль ташламаларҙан файҙалана. Төп һөнәрен әсә тип таныған гүзәл заттың йәнә 48 вәкиленә республиканың мәртәбәле дәүләт наградаһы тапшырылды. Әлиә Мәсәлимова етенсе сабыйын көтә. Табип булам тигән хыялым тормошҡа ашмағас әсә дәрәжәһен һайланым, ти. Тормош иптәше менән дүрт ул ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкәс, ҡатмарлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа, балаларҙан тормош йәмен алырға күнеккән. Үҙ көсөн дә йәлләмәйҙәр, дәүләт ярҙамын да тоялар. Белорет районынан килгән Дилбәр Мансурова тәрбиә эшен ашнаҡсы хеҙмәте менән бергә уңышлы башҡара. Биш бала әсәһе хеҙмәттәштәренең иғтибары менән хөрмәтенә рәхмәтле.Республикала 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар, улар 160 меңгә яҡын сабый тәрбиәләй. Был ғаиләләрғә һаулыҡ һаҡлау, ял ойоштороу, мағариф өлкәһе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр яғынан төрлө льготалар ҡаралған. Биш йә унан күберәк бала тапҡан әсәләргә 1998 йылдан башлап рәсми дәүләт наградаһы – “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла.”Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында законға ярашлы һигеҙ йә унан күберәк балалы ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең аҡса түләнә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары был ярҙамға иҫәп тотҡан ғаиләләр исемлеген киңәйтергә ниәтләй. Был мәғлүмәтте республика парламенты рәйесе әсәләрҙе бүләкләү тантнаһында ла еткерҙе.Республиканың уңыштары ысын илһөйәр һәм фиҙаҡәр хеҙмәткәр тәрбиәләгән әсәләргә бәйле. Тәбрик һүҙендә Константин Толкачев төбәк данын мөхәббәт һәм аңлашыусанлыҡҡа нигеҙләнгән ғаиләләр һаҡлай, имен һәм татыу ғаилә иһә дәүләт өсөн социаль бәхет һәм байлыҡ, тип билдәләне һәм “Әсәлек данын” ҡаҙанған ханымдарҙың тормош иптәштәре менән ғаиләләренә именлек теләне.