Башҡортостан етәксеһе “Үҙәк 2015” хәрби уҡыуҙар барышы менән танышты

Тулыраҡ: Башҡортостан етәксеһе “Үҙәк 2015” хәрби уҡыуҙар барышы менән танышты

Үҙәк хәрби округтағы күнекмәләргә был юлы 95 меңдән ашыу һалдат, ете мең дана техника, йөҙҙән ашыу самолет йәлеп ителгәйне. Стратегик уҡыуҙарҙа республиканан утыҙ алты граждан, егерме берәмек техника ҡатнашты. Өфө янындағы ваҡытлыса үҙәктә, мәҫәлән, хәрби поездар хеҙмәтләндерелде. Республика башлығы төбәктәге әҙерлекте юғары баһаланы, запастағы хәрбиҙәр менән әңгәмәләште. Үҙәк 2015 хәрби күнекмәләре илдең Үҙәк округы ғына түгел, ә Ҡораллы көстәҙең дөйөм хәлен асыҡларға ярҙам итте. Баш командующий Влдаимир путин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, бер нисә полигонда төрлө операциялар үтте, техника һыналды. Тәүге тапҡыр Рәсәй ҡораллы көстәренә 1833 һанлы автоколонна тапшырылды. Был база “Башавтотранс” йәмғиәтенең пассажир автотранспорты паркы нигеҙендә төҙөлгәйне. Хәрби күнекмәләрәг әҙерлек барышында бер нисә маҡсат та билдәләнде. Улар хәрби астәр һәм хәрби комиссариат эше, ғәмәли һәм ғилми белемде камиллаштырыуҙы асыҡлауҙан ғибәрәт ине. Хәрби күнекмәләрҙә ҡатнашҡан Башҡортостан вәкиләдре лә ошондай уҡыуҙарҙың әһәмиәтлеген һәм мөһимлеген айырым билдәләй.Башҡортостандың әҙерлеген Рәсәй Ҡораллы көстәренең Үҙәк штабы ла юғары баһалай. Хәрби күнекмәләр һөҙөмтәһе буйынса йаырым граждандарға Маҡтау Ҡағыҙҙары ла тапшырылды.