Унда республиканың район-ҡалаларынан 152 делегат, Рәсәй Диниә назаратының баш мөфтөйө Рауил Ғәйнетдин, мөфтөй урынбаҫарҙары, дини уҡыу йорттары етәкселәре һәм башҡа диндарҙар ҡатнашты. Съезд Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына рәйес һайланы. Мөфтөй итеп Айнур Бирғәлин тәғәйенләнде. Назараттың уставына ла үҙгәрештәр индерҙе съезда ҡатнашыусылар. Яңы устав буйынса урындарҙа назараттың хоҡуҡтары киңәйтелә, Аҡһаҡалдар һәм Ғөләмәләр советы булдырыла.
Башҡалала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты съезы үтте
Тулыраҡ: Башҡалала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты съезы үтте