Иҫерек водитель ғәйебе менән тағы ла бер авария

Тулыраҡ: Иҫерек водитель ғәйебе менән тағы ла бер авария

Шаҡша биҫтәһендә эскән килеш руль артына ултырыусы водитель һул яҡҡа боролғанда Нива машинаһы менән бәрелешә. Шаһиттар әйтеүенсә, аварияла ғәйепләнеүсе аяғы һынһа ла, фажиғә урынында спиртлы эсемлек ҡулланыуын дауам иткән. Өфө-Шаҡша юлында шулай уҡ ВАЗ машинаһында бер ҡатын электр бағанаһына төкәлгән. Уның өс балаһы йәрәхәттәр менән дауаханаға һалынған.