Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләрҙе

Тулыраҡ: Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләрҙе

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта ҡабул итергә йыйына.

Башҡортостанда әле һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ошондай дәүләт ярҙамына хоҡуғы бар. Закон ҡабул ителә ҡалһа, түләүҙе 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә ҙә аласаҡ. “Йәштәр, ҡағиҙә булараҡ, мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа уҡый һәм ата-әсәһе ҡарамағында ҡала. Күптәре тап 23 йәшкә һөнәр үҙләштереп, үҙҙәрен тәьмин итә башлай. Шуға күрә ишле, шул иҫәптән 18-ҙән 23 йәшкәсә «балалар» тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә социаль ярҙамға мохтаж», — тип белдерҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев.