Ишле ғаилә тип дәлилләгән документ республикала беренсе йыл ҡулланыла башланы. Был танытма ярҙамында ғаиләләр байтаҡ ойошмаларҙа төрлө ташламаларға дәғүә итә ала. Хәҙер ата-әсәгә тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм башҡа документтарҙы бергә йөрөтөргә кәрәкмәй. Республикала барыһы 46 мең ишле ғаилә иҫәпләнә, әлеге көнгә 600-ҙән ашыу танытма тапшырылған. Йөҙгә йәш, шуға ла йыш ҡына Аида Сәлимованың күп балалы әсә булыуына күптәр ышанмай һәм уға үҙе менән бергә балаларының да документтарын йөрөтөргә тура килә. 3 бала әсәһе беренселәрҙән булып үҙе йәшәгән районға ҡараған халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә ишле ғаилә танытмаһын алырға ғариза яҙҙы. Күп балалы ғаилә танытмаһын алыу өсөн бөтә ғаилә ағзаларының документтары талап ителә. Үҙҙәренең йәшәгән урындарына ҡараған халыҡты социаль яҡлау йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Республикала 46 мең ишле ғаилә иҫәпләнә һәм уларҙың һәр береһе ошо танытмаға дәғүә итә. Аида Сәлимоваға ишле ғаилә танытмаһын халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә мөрәжәғәт иткән көндә үк тапшырҙылар, ә күп функциялы үҙәктә танытманың әҙер булыуын 10 көн көтөргә тура киләсәк. Документты бер йылдан һуң яңыртырға кәрәк. Әле республикала 600-ҙан ашыу күп балалы ғаилә танытмаһы тапшырылған. Байтаҡ ойошмалар ишле ғаиләләр өсөн ташлама тәҡдим итә. Был танытманы Башҡортостан сиктәрендә генә түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҡулланырға мөмкин.
Башҡортостанда әле күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы
Тулыраҡ: Башҡортостанда әле күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы