Өфө кардиологтары Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үҙенсәлекле операция яһаны

Тулыраҡ: Өфө кардиологтары Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үҙенсәлекле операция яһаны

Табиптар тәүге тапҡыр пациентҡа йөрәк мускулдарының ҡыҫҡарыуын туҡтауға йүнәлтелгән махсус аппарат ҡуйҙы. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. 60 йәшлек Илдар Ғилметдиновҡа йөрәк хәлһеҙлеге диагнозын табиптар ике йыл элек юл транспорт фажиғәһенән һуң ҡуя. Бер-нисә көн элек уның йөрәгенә махсус аппарат беркетелгән. Белгестәр билдәләүенсә, Рәсәйҙә 60 йәшкә тиклемге ватандаштарыбыҙҙың яҡынса 40 проценты тап йөрәк сирҙәренән һәләк була. Әле Рәсәйҙә барлығы 8 миллиондан ашыу кеше йөрәк хәлһеҙлеге диагнозы менән яфалана. Башҡортостан кардиологтары был ауырыуҙы заманса ысулдар менән дауалау йәһәтенән алдынғы төбәктәрҙең береһе. Табиптар белдереүҙәренсә, пациентҡа ҡуйылған махсус аппарат, йөрәккә үҙенең ғәҙәти функцияларын башҡарырға ярҙам итә. Бындай операция яҡынса сәғәт ярым дауам итә. Бөгөн әле барлығы 4 пациентҡа ошондай үҙенсәлекле операция эшләнгән. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 8 кешегә махсус аппарат ҡуйыу ҡарала.