Ил хөкүмәтендә ошо туралағы закон әҙерләнә. Ул тәмәке тартҡан үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренән тыш, башҡа законлы вәкилдәренә лә ҡағыла. Эске эштәр министрлығы тәҡдим иткән закон проектында штраф күләме аныҡланмай. Балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә яза биреүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекттары бер нисә тапҡыр Дәүләт Думаһы ҡарамағына тапшырылһа ла, улар хуплау тапманы.
Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал
Тулыраҡ: Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал