Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, кооперация хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына дәүләт ярҙамын һөҙөмтәлерәк итәсәк, ә фермерҙарға әүҙемерәк үҫешергә мөмкинлек бирәсәк. Республиканың төп нигеҙе ныҡлы фермер хужалығы. Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа ауыл хужалығы нисек үҫешә. Иглин районы Поступалово ауылы фермеры Альберт Мәсәғүтов һөт ризыҡтары һәм ит етештереү менән шөғөлләнә. Фермер-крәҫтиән хужалығы ойошторолоуға 5 йыл ғына булыуыға ҡарамаҫтан, ярайһы уңыштарға өлгәшкән ул. Фермер 40 кешене эш менән тәьмин иткән. Ул бер-нисә йорттан ғына торған ауылдың фермаһын һатып алып төҙөкләндерә. Эшен ун һыйырҙан башлай. Әлеге көндә хужалыҡта 1 мең 400 эре мал, шуларҙың 560-ы һауым һыйыры, ҡалғандары быҙау, тана.. Фермер тәү сиратта һөт етештереүгә баҫым яһай. Бында бер һыйыр тәүлегенә 10-20 л һөт бирә. Ғөмүмән, хужалыҡ көн һайын эшкәртеүгә 2 тонна һөт тапшыра. Юҡҡа сығып барған ауылды тергеҙеп, унда йәшәүселәрҙе эш менән тәмъин итә фермер. Коллектив һәйбәт эшләһен өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк, ти Альберт Мәсәғүтов. Эшселәр хужалыҡта 15 йыл эшләһә йорт менән ер уларға ҡала, ти Альберт Ғәлим улы. Беренсе йылдарҙа бик күп сығымдар талап ителһә лә, әле хужалыҡ килем килтерә башланы тип ҡыуана фермер. Фермер хужалығын тағы ла киңәйтергә планлаштыра. Һыйыр малы, яңы тыуған быҙауҙар өсөн яңы ферма, эшселәргә бар уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ һәм ике ғаиләгә иҫәпләнгән йорт төҙәлә.
Башҡортостанда фермерҙар кооперацияһын үҫтереү программаһы өҫтөндә эш бара
Тулыраҡ: Башҡортостанда фермерҙар кооперацияһын үҫтереү программаһы өҫтөндә эш бара