Республика башлығы Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеге менән танышты

Тулыраҡ: Республика башлығы Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеге менән танышты

Апрель айында предприятиела етәкселек алышынып, төҙөкләндереү башланғайны. Ошо ҡыҫҡа арауыҡ эсендә биналарға заманса ҡорамалдар ҡуйылған, етештереү ҡеүәте артҡан. Әммә, был эштәр тамамланмаған әле, хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Предприятие яңы үҫеш осоро кисерә. Заманса ҡорамалдар һатып алынған һәм технология автоматлаштырылған. Был иһә яңы мөмкинлектәр аса. Йәмғиәт проектты тормошҡа ашырыу өсөн 700 миллион һум инвестиция йүнәлткән. Сумманың 70 миллионын Башҡортостан хөкүмәте бүлгән. Әгәр, ойошма тулы ҡеүәттә эшләй башлаһа, республика ҡаҙнаһына 95 миллион һум һалым киләсәк. Әле был сумма 55 миллион самаһы. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов йәмғиәт эшселәре менән осрашып, уларҙың хәлдәре менән ҡыҙыҡһынды. Һуңғы айҙарҙа фабрикала уртаса хеҙмәт хағы 27 мең һумға еткән. Ойошма 19 төр продукция етештерә, уларҙы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә һаталар. Яңы технологиялар ҡулланыла башлағас, фабрикала сифатлы продукция алыу мөмкинлеге килеп тыуған.Әле ойошмала 1 миллион ярым тауыҡ иҫәпләнә. Билдәләнгән план атҡарылып сыҡһа, ҡоштар һанын 2 миллион ярымға еткереү ҡарала.Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһында айына 45 миллион йомортҡа етештерелә. Төҙөкләндереү дауам итә. Был эштәр тамамланғас, йомортҡа күләме 60 миллионға етәсәк.Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһы етәкселеге менән күрешеп, экология, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм тауар етештереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлде.Осрашыуҙа республика хөкүмәтендә Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмә уҙғарыу тураһында килешелде. Унда ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләһе буйынса тәҡдимдәр ҡараласаҡ. Әгәр йәмғиәт проектты арзанға тормошҡа ашыра алһа, республика етәкселегенән ярҙам буласаҡ.