Урман хужалығы министрлығының дүрт мобиль төркөмөнә өр-яңы ,,Нива,, машиналары тапшырылды

Тулыраҡ: Урман хужалығы министрлығының дүрт мобиль төркөмөнә өр-яңы ,,Нива,, машиналары тапшырылды

Автомобилдәр республика бюджетынан бүленгән аҡсаға алынған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе вилеояҙмала.Республикала әле урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү инспекторҙарының туғыҙ мобиль төркөмө бар. Яңы автомобилдәр иң яҡшы тип табылған төркөмдәргә генә бирелде. Әбйәлил районынан Дамир Камалов утыҙ йылдан ашыу ғүмерен урман хужалығы менән бәйләгән. Мобиль төркөмдәр республиканың ағас ҡырҡыу әүҙем барған райондарҙа ойошторолған. Улар йөк машиналарын, урман киҫкән урындарҙы тикшерергә тейештәр. Республикала һәр мобиль төркөм эш машинаһы менән тәъмин ителгән. Хәҙер бары тик йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡарырға ғына ҡалды ти, урман хужалығы министры урынбаҫары Риф Ғүмәров.