Тармаҡ вәкилдәрен тантаналары менән республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк башлығы билдәләүенсә, республиканың юл системаһы Рәсәй субьекттары араһында иң ҙурҙарының береһе. Башҡортостандағы ҡала һәм район араһы юлдары, трассалар һәм магистралдәр оҙонлоғо ла 44 мең саҡрымдан ашыу. Бөгөнгө бурыстарға килгәндә, ул тәү сиратта хәүефһеҙлек һәм сифат. Радий Хәбиров шулай уҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә Башҡортостандың дәүләт наградаларын да тапшырҙы.
Башҡортостандың юл хужалығы һәм транспорт хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй
Тулыраҡ: Башҡортостандың юл хужалығы һәм транспорт хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй