Юл хеҙмәтләндереүселәр һөнәри байрамы алдынан техника яңыртты

Тулыраҡ: Юл хеҙмәтләндереүселәр һөнәри байрамы алдынан техника яңыртты

“Башкиравтодор” йәмғиәтенең төбәк идаралыҡтары етәкселәренә машина асҡыстарын Радий Хәбиров тапшырҙы. Бөгөнгә биш тиҫтәнән ашыу техника берәмеге һатып алынһа, йыл аҙағына тағы 44 яңы машина көтөлә. Республиканың байтаҡ райондары кеүек үк Ауырғазы юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы техниканы 2011 йылдан бирле яңыртҡаны юҡ. Идаралыҡты утыҙ йылға яҡын етәкләгән Риф Рафиҡов бөгөн бары бер грейдер менән бер ҡеүәтле трактор алыуына шат. Тәгәрмәсле тракторҙар, автосамосвал, экскаватор, фронталь йөк тейәү машиналары, коммуналь һәм юл хужалығы өсөн техника. Берәмек йә тиҫтә генә иҫәпкә яңыртылыуға ҡарамаҫтан “Башкиравтодор” йәмғиәте йыл башынан килем күләмен арттыра. Республика хөкүмәте ярҙамы менән предприятие ыңғай күрһәткестәргә өлгәшергә иҫәп тота. Юл техникаһын һатып алыу маҡсатында быйыл республика бюджетынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Йыл аҙағына тиклем яңыртыласаҡ машиналар юлдарҙы ҡышҡы миҙгелдә хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән. Юл хеҙмәтләндереүселәрҙең имен хеҙмәтенә төҙөк техника ла булышлыҡ итә. Яңы техника асҡыстарын тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең ҡатмарлы эшендә уңыштар теләне. Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Республика аша федераль трассалар үтә. Төбәктә ауыл, район-ара юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөү һәм хеҙмәтләндереүҙе юғары сифатта башҡарып юл хеҙмәтләндереүселәр “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар” милли проектын бойомға ашыра. 54 берәмек яңы техника ошо майҙандан республиканың 36 районына юллана. Был машиналар төбәк, муниципалитет-ара һәм урындағы юлдарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.