Башҡортостанда туризмды үҫтереү йәһәтенән яңы программалар һәм проекттар ҡабул ителә. Республика исемен донъя кимәленә сығарыу һәм сәйәхәтселәрҙе Европа менән Азия киҫелешендә урынлашҡан Башҡортостан менән таныштырыуҙа яңы интернет портал да ярҙам буласаҡ. Ошо турала Радий Хәбиров етәкселегендәге ултырышта әйтелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, әле республика Рәсәйҙә сәйәхәтселәр араһында иң ҙур танылыу тапҡан ун субьект исемлегендә. Башҡортостанға килеүселәрҙе юғары кимәлдә хеҙмәтләндереү, шулай уҡ республиканың санатор-курорт системаһы менән эшмәкәрлекте ҡайтанан ҡарап сығыу ҙа республика иҡтисады килемен арттырыу юлы буласаҡ. Шулай ҙа, бөгөн өмөт сит илдәр түгел, ә Рәсәй субьекттары сәйәхәтселәренә ҡайтып ҡала. Тик тынысланырға иртәрәк. Эште яңы кимәлгә сығыуҙың бер юлы – ай һайын “Туризм сәғәттәрен” үткәреү. Тап ошондай кәңәшмәләр башҡарылған эштәргә ваҡытында һәм ентекле баһа бирергә ярҙам итәсәк.
Туризмды үҫтереүсе яңы программалар һәм проекттар
Тулыраҡ: Туризмды үҫтереүсе яңы программалар һәм проекттар