Лицеистар көнөнә шәп бүләк

Тулыраҡ: Лицеистар көнөнә шәп бүләк

Өфөнөң 123-сө лицейында уҡыусылар өсөн кафе асылды. 1300-ҙән ашыу бала белем алған уҡыу йорто ике сменала эшләй. Үткән уҡыу йылында ата-әсәләр лицей директорына кафе асыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә һәм хуплау таба. Бүлмәне ремонтлау, биҙәү, йыһазлау эштәрендә лә улар әүҙем ҡатнаша. Был яңылыҡҡа Дим районы хакимиәте башлығы ыңғай баһа бирҙе һәм киләсәктә райондың башҡа мәктәптәрендә лә шундай уҡ кафелар асыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.