Экологик яҡтан таҙа, сифатлы һәм татлы

Тулыраҡ: Экологик яҡтан таҙа, сифатлы һәм татлы

Республиканың 300-н ашыу мәктәп һәм балалар баҡсалары экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы йәшелсә, емеш-еләктәр менән тәьмин ителәсәк. Әле Шишмә районындағы Туҡланыу үҙәге 11 гектар алма ағасын ултыртҡан. Был үҙәктән килтерелгән быйылғы уңышҡа уҡыусылар нисек ҡарай? Йәшелсәнән бешерелгән аш һәм итле ризыҡтарҙы мәктәп уҡыусылары яратып ашай, ти тәжрибәле ашнаҡсы Нурия Бәҙретдинова. Йәш организмға витаминдарға бай һәм баланың үҫешенә булышлыҡ итерҙәй аҙыҡ кәрәк, шуға ла туҡланыу системаһына бында иғтибар айырыуса ҙур. Дурасов ауылы мәктәбендә 121 бала белем ала. Шишмә районының 15 мәктәбенән уҡыусылар килеп уҡый был учреждениела.

Уларҙың һәр береһе мәктәп ашханаһында бешерелгән иртәнге һәм төшкө ашҡа йөрөй. Аҙыҡты балалар яратып ашай, шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы, ти мәктәп хеҙмәткәрҙәре. Өҫтәүенә, ризыҡтарҙың һәр береһе тикшереү үтә. Ашханала бешерелгән һәр беҙ аҙыҡты айырым банкыларға һалып сығалар.

Әгәр ҙә уҡыусының эсе ауыртып, дауаханаға эләкһә, мәктәптә ашалған тап ошо ризыҡтырҙаңы сифаты тикшереләсәк. Ул һыуытҡыста 48 сәғәт һаҡланыла. Мәктәп ашханаһы яңы газ плитаһы һәм һыуытҡыстар менән тәьмин ителгән. Шуға ла хәҙер йәшелсә, емеш-еләк, ит ризыҡтарын һаҡлау урыны иркен. Алма, еләк, кәбеҫтә, кишер һәм башҡа йәшелсә-емеште Шишмә районындағы Туҡланыу үҙәгенән килтерәләр. Майҙанда 11 гектар алма ағасы ултыртылған. Өс йылдан һуң, бәләкәй үҫентеләр уңыш бирә башлаясаҡ. Туҡланыу үҙәге күбеһенсә республикала етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирә. Ҡарабойҙай, борсаҡ, көнбағыш үҫентеләренән дә ҙур уңыш көтөлә. Йәшелсә, емеш-еләктәр Башҡортостандың төрлө райондарына оҙатыла.

Туҡланыу үҙәгенең төп маҡсат — мәктәп һәм балалар баҡсалары ашханаларын экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы йәшелсә һәм емеш-еләктәр менән тәьмин итеү. Йыйылған уңышты үҙәк республиканың 300-н ашыу учреждениеһына оҙата. Берәүҙәр баҫыуҙа тир түкһә, икенсе хеҙмәткәрҙәр иһә туҡланыу үҙәге цехын яңырта. Тиҙҙән бында баҫыуҙан йыйып алынған уңышты һаҡлау өсөн иркен урын булдырыласаҡ.