Өфө уртаһында тәрән генә күл барлыҡҡа килгән

Тулыраҡ: Өфө уртаһында тәрән генә күл барлыҡҡа килгән

Ул бер-нисә ихатаның картуф баҫыуын баҫҡан. Халыҡ бер-нисә йыл йәшелсә-емеш үҫтерә алмай, бынан тыш, йәйен серәкәй, ләпәккә, тәлмәрйендәрҙең тауышына һәм һаҫыҡ еҫкә зарлана. Мәсьәлә ҡасан хәл ителер. Был ихата ҡала уртаһында урынлашҡан. Уның хужалары бында картуф һәм башҡа йәшелсә сәсеп, уңыш алған. Әммә, һуңғы өс йыл эсендә картуфлыҡта ошондай хәл күҙәтелә.

Ҙур күләүек йыйылғас, бер-нисә йорт хужаһы хәҙер йәшелсә-емеште һатып алырға мәжбүр. Сәбәбе — төҙөлөш ойошмаһы яҡын тирәләй күп ҡатлы йорттар күтәргән. Әммә, ер аҫты йылғаларының килеп сығырын иҫәпкә алмаған. Хәҙер бында тәрәнлеге 3 метрға еткән күл барлыҡҡа килгән. Сунь Ятсен урамында 5 шәхси йорт ҡалған. Бында 30-ға яҡын кеше йәшәй. Уларҙы төҙөлөш ойошмаһы күсерергә лә вәғәҙәләгән. Әммә, мәсьәлә 7 йыл хәл ителмәй килә. Әйткәндәй, күсереү сәбәбе менән шәхси йорт хужаларының ерҙәрен һәм торлағын һатып алғандар. Хәҙер улар өйҙәрендә ремонт та эшләй алмай, яңы фатирға ла өмөт итмәй. Бынан тыш, төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре дренаж системаһын эшләйем тип бер-нисә йыл вәғәҙәләй. Күрше Большая Московская урамында йәшәүселәр ҙә төҙөлөш туҡтауына, соҡорға һыу йыйылыуына зарлана. Был ике урам халҡы мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорап бер-нисә йыл төрлө власть органдарына мөрәжәғәт иткән.

Проблеманы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре иғтибарға алғас, бында шунда уҡ барлыҡ ведомство ағзалары килеп етте. Әйткәндәй, Сунь Ятсен урамындағы бер йорт төҙөлөшө 2014-се йылда беҙҙең хәбәрселәр иғтибарында булды. Унан һуң, эштәр урынынан ҡуҙғалды. Һуңынан уҡыусыларға йөрөү өсөн күпер мәсьәләһе лә килеп тыуҙы. Большая Московская урамы ла яңылыҡтар теҙмәһенән төшмәй. Бында төҙөлөш майҙансығында кеше йәрәхәтләнде. Ихаталарҙың береһендә күпләп йорт хайуандарын аҫрауҙары ла фатир хужаларын төрлө органдарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә.