Өфөлә санитар авиатранспорт өсөн беренсе вертолет майҙаны барлыҡҡа килде

Тулыраҡ: Өфөлә санитар авиатранспорт өсөн беренсе вертолет майҙаны барлыҡҡа килде

Медицина хеҙмәткәрҙәре вертолетта Нуриман районынан пациентты республика клиник дауаханаһына оҙатты. Робинсон-4 вертолеты пациент менән беренсе тапҡыр республика перинаталь үҙәге биләмәһендә урынлашҡан махсус майҙанға төштө. 4 ултырышлы кабинала арҡа һөйәге йәрәхәтләнгән пациент табип күҙәтеүе аҫтында оҙатылды. Нуриман районынан вертолет ярты сәғәт эсендә килеп етте һәм Ашығыс ярҙамда республика клиник дауаханаһына оҙатылды. Санитар авиатранспорт өсөн вертолет майҙаны 3 ай эсендә республиканы үҫтереү Корпорацияһы аҡсаһына төҙөлгән. Әле тәүлек әйләнәһенә бер вертолет сафта, киләһе йылда тағы ла 2 ошондай уҡ Робинсон-4 моделдәре һатып алынасаҡ.

Шулай уҡ ваҡытлыса хәрәкәте сикле пациентар өсөн медицина модулдәре менән йыһазланған махсус авиатранспорттар санитар авиация рәтенә инәсәк. Әле хәрәкәте сикләнгән пациенттар Ан-2 самолетында аэропортҡа тиклем еткерелә ине. Был иһә ҡала дауаханаларына барып етеүҙе бер аҙ ҡатмарлаштыра. Ауыр хәлдәге сирлеләрҙе йыраҡ райондарҙан тиҙ арала дауаханаларға еткереү маҡсатында вертолет майҙандарын ҡала үҙәктәрендә төҙөү ҡаралған. Киләһе йылдарҙа Нур театры, Торатау конгресс-холы, Биатлон комплексы, Мега һатыу сауҙаһы һәм башҡа урындарҙа санитар авиация туҡталышы барлыҡҡа килеүе көтөлә. Өфөлә ошондай 6, ә республика буйынса 8 вертолет майҙаны төҙөләсәк.