Башҡорт дәүләт университеты студенты Илнар Байбулатов өсөн был көн бигерәк тә тулҡынландырғыс. Әҙәбиәт, шиғриәтте төплө өйрәнгән, уҡыу һәм ижтимағи фән өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн ул быйыл Мостай Кәрим исемендәге Фонд гранты менән тәбрикләнде. Яратҡан шағирҙың грантын ҡулыма алыу минең өсөн ҙур мәртәбә, тип ҡыуана студент. Быйыл Башҡорт дәүләт университетының 5 мәғәлиме оло баһаға лайыҡ булды. Бөйөк шағир, драматург, йәмәғәт эшмәкәре генә түгел, ә күптәр өсөн уҡытыусы, кәңәшсе булып иҫтә ҡалған. Мостафа Сафа улының тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сараға уның замандаштары, туғандары бер урынға йыйылды. Тантанала студенттар Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне.
Мостай Кәрим башҡорт ҡына түгел, ә башҡа милләттәр өсөн дә остаз. Уның шиғырҙары сит телдәргә тәржемә ителгән, китаптар баҫтырылып сығарылған. Шағирҙың һәр бер ижад емешендә ниндәйҙер тәрән фекер тупланған, һәр кемдең йөрәгенә үтеп инерҙәй һүҙҙәр яҙылған. Шағир иҫтәлегенә арнап үткәрелгән сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Каринэ Хәбирова студенттарға артабан да башлаған эштәрен дауам итергә һәм тыуған телде үҫтерергә тип нәтижәләрен еткерҙе. Артабан ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт университеты бинаһында урынлашҡан Мостай Кәримдең барельеф һүрәте менән мемориаль таҡтаһына сәскә һалды. Мостай Кәрим бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған. Уның тағы ла яратҡан уҡыу учреждениеларының береһе – Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Тап педагогия университеты бинаһында Мостай Кәримдең бюсы асылды. Скульптор Юрий Солдатов был эште 40 йылдан ашыу элек эшләй башлаған.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында асылған бюст хәҙер ингән һәр кемде ҡаршы ала. Башҡортостан милли архивында ла байрам. Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы шағирҙың китаптары, гәзиттә баҫылып сыҡҡан шиғырҙары һәм әлбиттә юйылмаҫ иҫтәлектәр һаҡлаған фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Сараға Мостафа Сафа улының замандаштары, уның ижадын яратыусы студенттар килде. Ҡәләмдәштәре бөйөк шағир менән осрашыуҙарын, хәтирәләрен, уның ниндәй кеше икәнен иҫкә алды. Тантана барышында Мостай Кәримдең шиғырҙары ла яттан һөйләнелде. Күргәҙмәлә әле етмешкә яҡын экспонат һаҡлана. Алдағы йылдарҙа уның һанын күбәйтергә иҫәп тота милли архив хеҙмәткәрҙәре. Теләгән һәр кем
Мостай Кәрим иҫәтелеген һаҡлап килгән ниндәй ҙә булһа ҡомартҡыһын килтерә ала.
Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында ла ҙур сара уҙҙы. Шағирға йөҙ йыл тулыу айҡанлы СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзонға һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Андрей Дементьевҡа иҫтәлекле таҡтаташтар асылды. Был урын ҙур иҫтәлек һаҡлай, ике йыл элек Иосиф Кобзон һәм Андрей Дементьев тап ошо театрҙа “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклендә булған.
Шағирға йөҙ йыл тулыу айҡанлы “Родина” кинотеатрында Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған отряды” фильмы күрһәтелде. Фильмды әлегә абруйлы ҡунаҡтар, яҙыусылар, журналистар һәм Мостай Кәримдең туғандары ҡарай алды. Ул Башҡортостан райондарында төшөрөлгән. Тиҙҙән “Өс таған отряды” фильмын кинотеатрҙарҙа күрергә мөмкин. Ә кискеһен иһә “Торатау” конгресс-холында шағирҙың юбилейына бағышланған тантаналы кисә уҙҙы. Кисәлә Сәйҙә Медведеваның “Мостай” документаль фильмы премьераһы күрһәтелде.
Шағирҙың тыуған көнөн республика ғына түгел, ә сит халҡы ла байрам итә. Өфөлә үткәрелгән сараларҙа кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа ҡатнашты.
Мостай Кәрим исемендәге скверҙа көн дауамында шағирҙың шиғырҙары яңғыраны. Республика башлығы Радий Хәбиров был көн тарихи булып ҡала, тип белдерҙе.
Әҙәбиәттә ҙур эҙ ҡалдырған, матур шиғыр, повестары, ғөмүмән, мәңге һүнмәҫ рух өсөн рәхмәт белдереп халыҡ шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Республикала халҡыбыҙ шәхесенә арнап үткәрелгән саралар Мостай Кәримдең бөйөклөгөн тағы ла берҙе иҫбатлай. Уның оҫталығы, тырышлығы, халҡы өсөн янып йәшәүе күптәр өсөн үрнәк. Киләсәк быуынға шәхестең ижад емештәрен таратыу һәм исемен мәңгеләштереү-беҙҙең ҙур маҡсат.