Ҡариҙел районында тарихи ваҡиға. Күптән көтөлгән күпер һәм юлды файҙаланыуға тапшырҙылар. Ҡариҙел ауылы аша урау юл һәм Ҡариҙел йылғаһының ике ярын тоташтырған күпер һалыу «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы исемлегендә ҙур объект булды.
Ҡариҙел районы өсөн ҙур ваҡиға – күпер асыу тантанаһы флешмобтан башланып китте. Халыҡҡа был ҡыуаныслы мәлде тиҫтәләгән йылдар көтөргә тура килә.
Ҡариҙел ауылын урап үтә торған 10 километрлыҡ юл участкаһында яңы күперҙән транспорт хәрәкәте асылды. Ул әле реконструкциялау барған Бөрө-Тастүбә-Һатҡы автомобиль юлының бер өлөшө булып тора.
Рәсми тантана онлайн режимда уҙҙы, трансляция юл эшселәренең һөнәри байрамына һәм республика юл тармағының 95 йыллығына арналған тантаналы саралар барған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына алып барылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл эшселәрен һәм күпер төҙөүселәрҙе ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы
Өс йыл дауамында төҙөлгән күпер аша беренселәрҙән булып йөк машиналары үтте. Юл төҙөлөшө тулыһынса тамамланғандан һуң Ҡариҙел республиканың үҙәк райондары менән тоташа, М5 һәм М7 федераль трассаларға, “Яңауыл” тимер юл станцияһына, Бөрө һәм Дүртөйлө йылға порттарына тураға сығыу мөмкинлеге ала.
Күперҙең төҙөлөп бөтөрөн урындағы халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки ул Ҡариҙел районының ялан һым урман зонаһын тоташтыра. Был юл йыл әйләнәһенә район үҙәге менән транспорт бәйләнешен тәмъмин итәсәк.