Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Тулыраҡ: Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса, көндөҙ 10 градусҡа тиклем йылытып, төндәрен 8 градусҡаса һыуытасаҡ. Юл инспекторҙары иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә күперҙәрҙә айырыуса һаҡ булырға саҡыра.