Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ошо осорҙа янғындарҙы, енәйәтселекте кәметеү, халыҡтың ялын күңелле итеп үткәреү йәһәтенән Радий Фәрит улы үҙ тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Йылдың 9 айын Башҡортостан яҡшы күрһәткестәр менән йомғаҡланы. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме былтырғынан 11 процентҡа юғары, ауыл хужалығы тотороҡло үҫешә, шул уҡ ваҡытта үлем осраҡтары 3,8 процентҡа кәмегән. Һуңғыһына аварияларҙа һәләк булыусыларҙың 8,8 процентҡа, ә алкоголдән ағыуланып донъя ҡуйыусыларҙың 11 процентҡа аҙыраҡ булыуы ыңғай тәьҫир иткән.
Радий Хәбиров был тәңгәлдә эште артабан да дауам итергә саҡырҙы.Республиканың социаль-иҡтисади күрһәткестәре ҡыуанырлыҡ булһа, законһыҙ сүплектәр менән көрәштә әлегә ғорурланыр сәбәп юҡ. 3 меңгә яҡын ҡыйлыҡта бөгөн 29 миллион кубометр сүп-сар. Экология министрлығы уларҙы юҡ итеүҙә бер нисә юл тәҡдим итә. Береһе – ҡаты ҡалдыҡтарҙы яндырыу.Шул уҡ ваҡытта ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы ғәҙәткә индерергә кәрәк. Был тәжрибә мәктәп, башҡа белем усаҡтары, социаль учреждениеларҙан башланасаҡ.Радий Хәбиров дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Красногорск ҡалаһы тәжрибәһен хәтергә төшөрҙө. Ул ҡала урамдарындағы ташландыҡ автомобилдәр менән көрәшкә бәйле. Бер йыл тирәһе элек был тәңгәлдә башланған эш әлегә иҫ китерлек һөҙөмтә бирмәй. Юридик механизм уйлап еткерелмәгән.
Яуаплы ведомстволарҙы был тәңгәлдә ҡыйыуыраҡ булырға саҡырҙы республика етәксеһе.Иҫкене тормоштан юйып ташларға тигән тәҡдим аграр тармаҡ өсөн яуаплы вице-премьер Илшат Фазрахмановтан яңғыраны. Ул ауылдарҙағы емерек фермаларҙы һүтергә, ә урынына заманса агрокомплекстар төҙөргә кәрәк тигән фекерҙә. Әле һөтсөлөк менән шөғөлләнәсәк 5 мегаферма өҫтөндә эш бара. Эшләргә әҙер ауыл йүнселдәренә хөкүмәт мини фермалар төҙөп бирергә лә әҙер. Әле был тәжрибә һынау үтә, һөҙөмтәһе булһа ул ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.Әйткәндәй, был аҙнала ауыл хужалығы эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләй. Тантаналарҙы юғары кимәлдә ойоштороу һәм алдынғыларҙы юғары наградалар менән бүләкләү бурысы ҡуйылды оператив кәңәшмәлә.Янғын хәүефһеҙлеге был аҙнала йәнә иғтибар үҙәгенә сыҡты. Көндәр һыуыта, тимәк ут сығыу осраҡтары арта.
Профилактик сараларҙың иң һөҙөмтәлеһе – янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырыу. 3 йыл эсендә 300-гә яҡын кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалған улар. Ә аяныслы статистиканы, ғәҙәттәгесә, эскән кешеләр тулыландыра. Башҡортостан алдағы йылдарҙа урам енәйәтселегенә ҡаршы көрәште лә көсәйтергә ниәтләй. Был йәһәттән Өфөләге Инорс биҫтәһе тәжрибәһе өлгө булараҡ алына. ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында енәйәт осраҡтары 40 процентҡа кәмегән. Бигерәк тә оҙайлы ҡышҡы каникулдар ваҡытында фажиғәләрҙе иҫкәртеү сараларын бөгөндән барларға ҡушты Радий Хәбиров. Шуларҙың береһе – алкоголь һатыуҙы тыйыу. Ғинуарҙың тәүге көндәрендә халыҡҡа ял менән бергә спорт мәҙәни сараларға йөрөү мөмкинлеген дә барларға саҡырҙы респубика етәксеһе.